Өй йылыһы. Гүзәл Ситдиҡова

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search

Өй йылыһы


Тәүге шиғырҙарымдан
Шәм янһа ла - өй ҡараңғы,
Мейестә йылы тормай,
Көнгә нисә йыйыштырып
Бүлмәбеҙгә ҡот ҡунмай.
Төҫһөҙ көндәр: ай-ҡояшһыҙ,
Әллә таң, әллә эңер.
Эшебеҙҙең йәмдәре юҡ -
Әсәйем өйҙә түгел.
Ул яраштырған – иң затлы,
Тәмдәре лә мул икән,
Өйөбөҙҙөң яҡтыһы ла,
Йылыһы ла ул икән.
Ҡайнап ҡына сыҡҡан көйө
Ниңә һыуыҡ аш-сәйем?!
Йорт усағы – мейес түгел,
Үҙе икән әсәйем!


2012